ОНОМАСТИКА
ОНОМАСТИКА (гр. onomastikoјs – атамаға ҡағылышлы), яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнгән тел ғилеме бүлеге: кеше исемдәре (антропонимдар), геогр. объекттарҙың атамалары (топонимдар), илаһтар (теонимдар), хайуандар (зоонимдар), күк есемдәре (астронимдар), йыһан киңлеге өлөштәре һәм йондоҙлоҡтар (космонимдар), үҫемлектәр (фитонимдар), этник төркөмдәр (этнонимдар), рухи мәҙәниәт объекттары (идеонимдар) һәм башҡалар. О. термины м‑н шулай уҡ яңғыҙлыҡ исемдәр йыйылмаһын да атайҙар. О. өйрәнеү объектына ярашлы, антропонимика, зоонимика, космонимика, топонимика, фитонимика, этнонимика һ.б. бүлектәргә бүленә. Исемдәрҙең функция башҡарыу үҙенсәлегенә бәйле рәүештә әҙәби, диалект, реаль, поэтик, хәҙ., тарихи һәм башҡа О. айы‑ рып йөрөтәләр. О. археология, генеалогия, тарих, текстология, география, астрономия һ.б. дисциплиналарға бәйле; тикшеренеүҙәрҙә картография, лингвистик география ысулдары ҡулланыла. Башҡорт тел ғилемендә айырыуса антропонимика һәм топонимика үҫешкән; этнонимика, космонимика һәм зоонимика б‑са хеҙмәттәр бар.
Урал тауҙарының һәм Яйыҡ й. исемдәре тәүге тапҡыр Страбон һәм Птолемей тарафынан теркәлгән; башҡ. топонимдарының аңлатмаһы А.Г.Бессоновтың “Урал яны татарҙары һәм башҡорттары йәшәгән ауыл атамаларының мәғәнәһе тураһында” (“О значении названий татарских и башкирских селений Приуралья”; 1880) хеҙмәтендә бирелә. Ж.Ғ.Кейекбаевтың “Башҡорт топонимикаһы мәсьәләләре” (“Вопросы башкирской топонимики”; 1956) мәҡәләһендә башҡ. топонимдарына фәнни яҡтан анализ эшләнгән һәм геогр. атамаларҙы тикшереүҙең төп принциптары күрһәтелгән; Г.Һ. Бохарова, А.Ә.Камалов, М.Ғ.Усманова, Ф.Ғ.Хисамитдинова, Р.Шәкүр һ.б. тикшеренеүҙәре топонимика үҫешендә ҙур роль уйнай; топонимиканың айырым мәсьәләләрен өйрәнеү м‑н Т.Ғ.Байышев, Т.М.Ғарипов, К.Ғ. Ишбаев, Г.Е.Корнилов, Р.Ғ.Кузеев, Н.А. Ласынова, Н.А.Мәжитов, Н.Х. Мәҡсүтова, Л.М.Хөсәйенова, Р.Й. Хәлитов, З.Ф.Шәйхисламова, З.Н.Юнысов һ.б. шөғөлләнә.
Башҡ. топонимдары ш. уҡ А.С. Кривощёкова‑Гантман, А.М.Малолетко, А.К.Матвеев, К.М.Мусаев, В.А.Никонов, Ғ.Ф. Саттаров, С.М.Стрельников, Н.И.Шувалов һ.б. хеҙмәттәрендә тасуирлана. Топонимика б‑са тикшеренеүҙәр Башҡортостандың тарихи терр‑яһына ярашлы үткәрелә һәм этнография, башҡорт теле тарихы, тел‑ара бәйләнештәр, диалектология, тыуған яҡты өйрәнеү һ.б. мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирә; топонимдарҙың орфографияһы, сит телдәге атамаларҙың транскрипцияһы һәм транслитерацияһы, лексик- семантик классификацияһы эшләнә; фонетик һәм морфол. үҙенсәлектәре, һүҙьяһалыштың нигеҙҙәре һәм форманттары, номинация принциптары һәм мотивтары асыҡлана; этимологик анализ (ҡара: Этимология) үткәрелә; Көньяҡ Урал һәм Урал алды топонимияһында субстрат элементтарҙы өйрәнеүгә, төбәктең топонимдарын хронологик һәм ареаль планда һүрәтләүгә, мифология, фольклор, дин һ.б. м‑н бәйләп өйрәнеүгә нигеҙ һалына. Башҡ. антропонимикаһы 20 б. 60‑сы йй. алып үҫешә: Кейекбаевтың “Кем исемле һин?” (1961) мәҡәләһендә башҡорттарҙа исем ҡушыу йолаһы мәсьәләләре ҡаралған; Т.Х. Күсимова, С.Х.Төпәев, З.Ғ.Ураҡсин, Хисамитдинова, А.Ғ.Шәйхулов, Р. Шәкүр һ.б. тикшеренеүҙәре антропонимикаға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә; айырым мәсьәләләр А.Н. Антышев, Й.Гәрәй, Ғарипов, Н.Д. Ғарипова, К.З.Закирйәнов, З.М. Рәйемғужина, Р.Ә.Сөләймәнова һ.б. хеҙмәттәрендә яҡтыртыла. Башҡ. антропонимикаһын өйрәнеү процесында исемдәр семантикаһы мәсьәләһе хәл ителә; барлыҡҡа килеүе, милли һәм мәҙәни компоненттары асыҡлана; уларҙың фонетик, морфол. һәм һүҙьяһалыш анализдары һ.б. эшләнә.
Антропонимик һәм топонимик һүҙлектәр башҡ. О. ҡаҙанышы булып тора. Өфөлә “Волга буйы ономастикаһы” (“Ономастика Поволжья”; 1973, 2006) халыҡ‑ара фәнни конференциялары үтә.
Әҙәб.: К а м а л о в А.А. Башкирская топонимия. Уфа, 1994; Ш а к у р о в Р.З. Историко-стратиграфический и ареальный анализ башкирской топонимии Южного Урала и Предуралья. Уфа, 1998; Р а е м г у ж и н а З.М. Формирование антропонимической системы башкирского языка. Уфа, 2006.
Р.Ә.Сөләймәнова, Р.З.Шәкүров
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов