Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЛӘҮЕЗ, ҡала

Просмотров: 2199

МӘЛӘҮЕЗ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Мәләүез р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡҡа табан 205 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Мәләүез й. тамағында урынлашҡан. Майҙаны 32 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 5,9; 1939 — 8,9; 1959 — 17,8; 1989 — 53,1; 2002 — 63,2; 2010 — 61,4. Милли составы: урыҫтар — 47,9%, башҡорттар — 29,1%, татарҙар — 15,8%. М. “Мәләүез минераль ашламалары” ААЙ, Мәләүез ағас эшкәртеү комбинаты, “Мәләүез төҙөлөш компанияһы” ААЙ, кирбес з‑ды, Мәләүез тимер‑бетон ҡоролмалар заводы, “Эколайн” ААЙ, Мәләүез һөт-консерва комбинаты, Мәләүез шәкәр заводы, “Һыра заводы” ЯСЙ, Мәләүез элеваторы, “М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы” ЯСЙ, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. М. аша Куйбышев т. юлы (Дим—Төйлөгән участкаһы), Өфө—Ырымбур, Ишембай—Воскресенск—Мәләүез, Мәләүез—Фёдоровка автомобиль юлдары үтә. Күмертау‑Мәләүез сәнәғәт узелына инә. М. Мәскәү технологиялар һәм идара итеү университетының, Башҡ. иҡт.‑юридик техникумының филиалдары, Мәләүез механика‑технология техникумы, 2 һөнәрселек лицейы, 9 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 4 урта мәктәп, 3 гимназия, 1 лицей, 18 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, йәш техниктар ст., экология- биол. үҙәге, балалар ижады йорто, спорт б‑са әҙерләү үҙәге, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, диспансер; мәҙәниәт һарайы, 1 клуб учреждениеһы, 6 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы; Спорт һарайы, “Батыр”, “Толпар” спорт комплекстары, “Спартак” стадионы; мәсет, сиркәү бар. Ҡалала 12 халыҡ һәм 2 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Путь Октября” һәм “Көнгәк” гәз. сыға. Ҡалаға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са дәүләт крәҫтиәндәре юл буйындағы Мәләүез Ямы торамаһы булараҡ нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 60 йортта 434 кеше йәшәгән, 1865 й. 133 йортта — 870 кеше. Сиркәү, почта ст., 3 һыу тирмәне, 30 кибет булған; улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр уҙғарылған. Халыҡ ылаусылыҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгән. 19 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. 2 сиркәү, министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе һәм сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, мед. амбулаторияһы, ветеринария пункты, почта‑телеграф бүлексәһе, шарап йорто, 3 һыра һәм бер нисә бакалея кибете, мөгәзәй, урман пристане теркәлгән. 30‑сы йй. М. үҫеше БР көньяғында нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н, 70‑се йй. — минераль ашламалар етештереү м‑н бәйле. 1938 й. баш‑ лап эшселәр ҡасабаһы, 1958 й. хәҙ. статусын ала. М. 7 мәҙәни мираҫ объекты бар: йәмиғ мәсете (1906), сауҙагәрҙәр Усманов (1908), Баязитов (1917) йорттары, почта һәм телеграф йорто (1913—16) һ.б. 

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта города

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019