Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МҮК ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1746

МҮКҺЫМАҠТАР (Bryophyta), ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 3 кластан тора: бауыр, антоцерот һәм япраҡ һабаҡлы мүктәр. Яҡынса 27 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралғандар. Башҡортостанда япраҡ һабаҡлы һәм бауыр кластарынан 400ҙән ашыу төрөүҫә. Башҡа ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙән айырмалы рәүештә, М.һ. үҫеш циклында енси гаплоид быуын — гаметофит күп. Гаметофиттар — мәңге йәшел, башлыса күп йыллыҡ, ике, бер, күп йәки ялған өйлө үҫемлектәр. М.һ. — тәпәш буйлы (1 мм алып бер нисә, һирәгерәк 50 см тиклем). Тәне кәҫлектәр, куртинкалар, мендәрҙәр барлыҡҡа килтереүсе ҡатлансыҡтан (антоцерот һәм ҡайһы бер бауыр мүктәре) йәки япраҡлы һабаҡтан тора. М.һ. ассимиляцион, һыу үткәреүсе һәм механик туҡымалары өлөшләтә айырымланған, япма туҡымалары юҡ, дымды йотоу йәки быуға әйләндереү тәненең бөтәөҫкө йөҙө ярҙамында башҡарыла. Тамырҙары юҡ, уларҙың функцияһын ризоидтар үтәй. Енси үрсеү ағзалары — архегониялар һәм антеридиялар. Ике күҙәнәкле сперматозоидтары архегонияла инә күҙәнәккә табан шыйыҡ мөхиттә генә хәрәкәт итергә һәләтле. Зиготанан гаметофит иҫәбенә туҡланған күп күҙәнәкле диплоид спорофит (енесһеҙ быуын) барлыҡҡа килә. Спорофит өҫкө (спора барлыҡҡа килтерә торған) өлөштән — ҡумтанан һәм аҫҡы өлөштән — гаметофит туҡымаһына ҡушылып үҫкән табанлы һаптан тора. Спорангияла (енесһеҙүрсеү ағзаһы) мейоз һөҙөмтәһендә йәшәүһәләтен оҙаҡ ваҡыт һаҡлаған ваҡ, ҡалын ныҡлы тышса мн ҡапланған гаплоид споралар барлыҡҡа килә. Спора шытып сыҡҡанда гаметофиттарға башланғыс биргән протонема (ғәҙәттә, күп һанлы бөрөләре булған тарбаҡлы епсәләр рәүешендә) барлыҡҡа килә. Вегетатив үрсеү ҡатлансыҡ фрагменттары йәки махсус етлегеү ағзалары (ботаҡтар, бүлбеләр, бөрөләр һ.б.) ярҙамында бара, М.һ. спорофит барлыҡҡа килтермәйенсә оҙайлы ваҡыт үрсеүенә булышлыҡ итә. Башҡортостандың башлыса тау-урман зонаһында таралған, һаҙлыҡтарҙа, дымлы болондарҙа һәм урмандарҙа, тау тундраһында, ҡаяларҙа үҫә. Экосистемаларҙа беренсел сукцессияларҙың мөһим өлөшө булып торалар. Экологик мониторингыла, генетик тикшеренеүҙәрҙә ҡулланылалар, биологик актив матдәләрҙең сығанағы булып торалар. Сфагнум мүктәре торф ятҡылыҡтарын барлыҡҡа килтерә, антисептик һәм адсорбциялау үҙенсәлектәренә эйә, төҙөлөштә ҡулланыла. БРҙың Ҡыҙыл китабына М.һ. 24 һирәк төрө (Зелигер герцогиеллаһы, ҡуйытешле плагиомниум, ялтыр һаҙмүге һ.б.) индерелгән.

Әҙәб.: Б а и ш е в а Э.З., П о т ё м к и н А.Д. К флоре печёночных мхов Башкирии //Ботанический журнал. 1998. Т.83. №9.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019