ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ
ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ, хеҙмәт итеү процесында хеҙм-рҙәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау системаһы; хоҡуҡи, соц.-иҡт., ойоштороу, техник, санитария-гигиена, дауалау-иҫкәртеү, реабилитациялау сараларын һ.б. үҙ эсенә ала. Х.һ. хәүефһеҙлек техникаһы, хеҙмәт гигиенаһы, хеҙмәтте фәнни яҡтан ойоштороу һ.б. айырыла. Х.һ. төп бурысы – эш биреүсе мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү осоронда кеше организмына хеҙмәт шарттарының зарарлы тәьҫирҙәрен булдырмау йәки сикләү, ш. уҡ фәнни нигеҙләнгән нормалар һәм ҡағиҙәләр (дөйөм дәүләт, тармаҡ-ара һәм тармаҡ өсөн) эшләү. 1918 й. хеҙмәт мөнәсәбәттәре, шарттары һәм Х.һ. өлкәһендә закондарҙың, нормаларҙың, ҡағиҙәләрҙең һәм инструкцияларҙың үтәлешен дәүләт яғынан күҙәтеү һәм контролдә тотоу өсөн РСФСР ХКС-ы декреты м-н Эшсе-крәҫтиән хеҙмәт инспекцияһы ойошторола. 1933 й. профсоюздар системаһындағы хеҙмәт техник инспекцияһына үҙгәртелә. 1993 й. алып Х.һ. м-н идара итеү функциялары дәүләткә ҡайтарыла һәм РФ Хеҙмәт министрлығына йөкмәтелә. 20 б. 90-сы йй. башлап РФ-та объекттарҙы проектлау, төҙөү (реконструкциялау) һәм эксплуатациялау, машиналар эшләү, технологик процестарҙы уйлап табыу, производствоны һәм хеҙмәтте ойоштороу ваҡытында башҡарма власть органдары, бөтә милек формаларына ҡараған ойошмалар өсөн үтәү мотлаҡ булған берҙәм талаптарҙы берләштергән Х.һ. б-са хоҡуҡи норматив акттар системаһы эшләй. Эш урындарында Х.һ. талаптарын үтәүҙе тәьмин итеү б-са бөтә йөкләмәләр һәм яуаплылыҡ эш биреүселәргә йөкмәтелә, ә дәүләткә ялланма эшсенең хоҡуҡтарын соц. яҡлауҙы гарантиялау функцияһы ҡалдырыла. 1993 й. “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәтте һаҡлау тураһында” закон ҡабул ителә. 1994 й. БР Хеҙмәт һәм эш м-н тәьмин итеү министрлығы эргәһендә Х.һ. идаралығы ойошторола. Х.һ. дәүләт инспекцияһы т-да положениелар эшләнә, Х.һ. б-са статистик отчёттар индереү т-да ҡарарҙар һ.б. ҡабул ителә.1995 й. БР Хөкүмәте эргәһендә Х.һ. б-са Ведомство-ара комиссияһы, 2003 й. БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ойошторола.2006 й.алып РФ Хеҙмәт кодексына һ.б. норматив хоҡуҡи акттарға ярашлы төҙөлгән Х.һ. м-н идара итеү системаһы т-да Положение эшләй.Респ.Х.һ.өлкәһендә хеҙмәт (тикшеренеүҙәр, пропаганда, хеҙмәт шарттары б-са эш урындарын аттестациялау, Х.һ. б-са эштәрҙе сертификациялау,уҡытыу,эш кейеме,аяҡ кейеме, шәхси һаҡланыу саралары, инструменттар һ.б. м-н тәьмин итеү) күрһәткән 50-нән ашыу ойошма, ш.иҫ.Тармаҡ‑ара институт, Башҡ-н төбәк Х.һ. һәм хеҙмәт хәүефһеҙлегенең хәҙ. заман саралары үҙәге, “Өфө—Көнсығыш—Сервис” ЯАЙ-ның Хеҙмәт шарттары экспертизаһы б-са тикшеренеү лаб. (бөтәһе лә — Өфө) һ.б. эшләй. Х.һ. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында алып барыла.
А.Ф.Әхмәтов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов