Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОХЛЕБИНИН, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1213

ОХЛЕБИНИН, Иглин р‑нындағы ауыл, Охлебинин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 45 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 773 кеше; 1920 – 1763; 1939 – 1815; 1959 – 1886; 1989 – 1028; 2002 – 1024; 2010 – 924 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар. Ауылға Өфө өйәҙендә 19 б. башында Охлебининдарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Троицк исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 60 йортта 392 кеше йәшәгән. Игенселек, балыҡсылыҡ, умарт‑ҡ, тоҡ тегеү, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. 1906 й. ш. уҡ башланғыс һәм һөнәрселек земство уч‑щелары, фельдшер‑амбулатория пункты, тимерлек, ярма ярғыс, 1 шарап, 2 һыра һәм 7 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ағас ағыҙыу эштәре күрһәтелгән. 20 б. 50‑се йй. О. 19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Жилин/Кохановка а. ҡушылған. Ауыл эргәһендә Оло Ҡалпаҡ, Охлебинин археологик комплексы, Охлебинин мәмерйәһе урынлашҡан. Земство дауаханаһы биналары комплексы (кирбестән, 20 б. башы; хәҙ. балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют), Троицк сиркәүе һәм элекке сауҙагәрҙәр кибете (таштан, 19 б. аҙ.) — архи‑ тектура ҡомартҡылары. В.И.Кривошеин, Д.Я.Сошников ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019