Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ ҠОРОТҠОСТАРЫ

Просмотров: 2345

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ ҠОРОТҠОСТАРЫ, үҫемлектәргә зыян килтереүсе йәки уларҙы юҡ итеүсе хайуандар. Уларға бөжәктәр, кимереүселәр, лайлалы ҡусҡарҙар, нематодалар, талпандар һ.б. ҡарай. Айырыуса күп һанлы бөжәктәр зыян килтерә. Улар төрлө ғаиләгә ҡараған үҫемлектәр м‑н туҡланыусы полифагтарға (саранчалар; болон күбәләге; кимереүсе шайтан күбәләктәренең ужым, баҡса һ.б. төрҙәре; сытырлаҡ ҡуңыҙҙар йәки ҡаты ҡорттар һ.б.); бер ғаиләгә ҡараған төрлө үҫемлектәр м‑н туҡланыусы олигофагтарға (швед себене, йәшелгүҙ, бүлбе оҙонморондары, борсаҡ емеш күбәләге, борсаҡ бете һ.б.); башлыса бер төргә ҡараған үҫемлектәр м‑н туҡланыусы монофагтарға (борсаҡ ҡуңыҙы, клевер оҙонмороно һ.б.) айырыла. Үҫемлектәр зарарланыуының ике төп төрө була: беренсеһе — кимереүсе (саранчалар, ҡуңыҙ һәм тәңкә ҡанатлылар балағорттары, оло ҡуңыҙҙар һ.б.) ауыҙ ағзаһы булған бөжәктәргә, икенсеһе сәнсеүсе-һурыусыларға (ҡандалалар, гөбләләр, трипстар, цикадалар һ.б.) хас. Иген культураларына күберәк зыянды һабаҡтың эске туҡымалары м‑н туҡланыусы швед, ужым һәм ҡара бойҙай себене, һабаҡ иген бөрсәһе һәм киҫәр балағорттары; япраҡтарҙы зарарлаусы һыҙатлы иген бөрсәләре, ябай һөлөк ҡуңыҙы (айырыуса шытып сығыу һәм тармаҡланыу фазаһында зыян килтерәләр); иген бөртөктәрен зарарлаусы иген ҡуңыҙҙары һәм иген шайтан күбәләге ҡарышлауыҡтары; туҡымаларҙың төҫһөҙләнеүенә, үҫемлектәрҙең үҫеше тотҡарланыуға, иген сифаты кәмеүгә килтереүсе ҡандала-гөбөргәйелдәр, иген ҡандалалары, трипстар, цикадалар, ҡыяҡлыларҙың беттәре яһай. Бүлбе оҙонморондары ҡуҙаҡлы иген культураларының — вегетатив, борсаҡ ҡуңыҙы һәм емеш күбәләге, борсаҡ бете генератив ағзаларын зыянлай. Клевер орлоғашарҙары һәм йыуанаяҡтар, люцерна ҡандалаһы, тихиустар һ.б. күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы культураларҙың үҫентеләрен, япраҡтарын, бөрөләрен, сәскәләрен, һабаҡтарын һәм орлоҡтарын зарарлай. Колорадо картуф ҡуңыҙы — картуфҡа һ.б. эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәргә, һуған себене — һуғанға, кәбеҫтә шайтан күбәләге һәм көйәһе, аҡ күбәләктәр — кәбеҫтәгә, сөгөлдөр бөрсәләре шәкәр сөгөлдөрөнә зыян килтерә. Парһыҙ һәм дүңгәләк ебәк күбәләктәре, энәлек күбәләге, алмағас көйәһе һәм емеш күбәләге, беттәр — емеш культураларына; крыжовник күбәләге, ҡарағат бөрө талпаны, ҡарағат һәм крыжовник киҫәрҙәре, ҡарағат быяла күбәләге, ҡурай һәм ер еләктәре оҙонмороно, ҡурай еләге ҡуңыҙы еләк культураларына зыян яһай. Тубырсыҡ оҙонмороно, ҡарағас себене, сәтләүек ағасы оҙонмороно һәм емеш күбәләге, тубырсыҡ шыршы күбәләге — ағас культуралары орлоҡтарын һәм емештәрен; ҡаты ҡорт, май ҡуңыҙы һәм июнь май ҡуңыҙы балағорттары урман питомниктарында үҫентеләрҙең тамыр системаһын зарарлай. Ҡарағай һәм ерән киҫәрҙәр, ебәк күбәләктәре, ҡарағай ҡарышлаҡ күбәләге һәм көйәләр (имән үренде, тирәк, йүкә көйәһе) — ылыҫты һәм япраҡтарҙы; ҡарағай ҡабыҡ аҫты ҡандалаһы, ос ҡабығы һәм ҙур ҡабыҡ ҡуңыҙҙары, ҡарама һәм ҡайын сөсөгө ҡуңыҙҙары һ.б. урман культуралары ботаҡтарын һәм олондарын зыянлай. А.х.һ.у.к.ҡ. иҫәбен көйләү, уларҙың һанын даими иҫәпкә алыу, сығыу ваҡыты т‑да мәлендә хәбәр итеү, юҡ итеү һәм иҫкәртеү кеүек көрәш ысулдарынан торған саралар системаһын айырым ҡулланыу нигеҙендә төҙөлгән ҡоротҡостарҙың үрсеү прогноздарын файҙаланып тормошҡа ашырыла. Респ. А.х.һ.у.к.ҡ. м‑н көрәшеү өсөн үҫемлектәрҙе интеграциялы һаҡлау ҡулланыла. А.х.һ.у.к.ҡ. төрҙәр составын өйрәнеү һәм улар м‑н агротехник, биол. (ҡара: Биологик препараттар) һәм химик (ҡара: Инсектицидтар) көрәш сараларының һөҙөмтәлелеген өйрәнеү 20 б. 30‑сы, 50‑се, 80‑се йй. БАХИ‑ла (К.А.Васильев, А.В.Коровкина, Л.А.Сибиряк), 60‑сы йй. БНИИСХ‑ла (А.М.Ишмәев), 40‑сы һәм 80‑се йй. БАССР‑ҙың А.х. министрлығы (А.П.Веретенников, Р.З. Рьянов) белгестәре тарафынан, 21 б. башынан алып БДАУ‑ҙа (Х.Ғ. Шә­рипов һ.б.) тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары  мәҡ. ҡарағыҙ.

М.М.Ғәниев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019