ҒАТАУЛЛИН Мәғариф Мәғсүм улы
ҒАТАУЛЛИН Мәғариф Мәғсүм улы (10.2.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Ҡарғалы а. — 4.3.2009, Өфө), психотерапевт. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. табибы (1993), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) Яңауыл район дауаханаһында эшләй. 1962 й. алып Респ. психиатрия дауаханаһында бүлек мөдире, 1973 й. — БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге психик ауырыуҙарҙың патогенезын тикшереүгә, психик ауырығандарҙы реабилитациялау ысулдарын эшләүгә, Башҡортостанда неврологик һәм психиатрик ярҙам ойоштороу тарихына, 19 б. аҙ. — 20 б. башында Рәсәйҙә земство психиатрияһы тәж. өйрәнеүгә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Респ. психиатрия дауаханаһындағы психиатрия һәм неврология тарихы музейына нигеҙ һалыусы (1975).
Хеҙм.: Психотерапевт яҙмалары. Өфө, 2002; Отечественная психиатрия и развитие психиатрической помощи в Башкирии. Уфа, 1993 (авторҙ.); Исцеление души. Уфа, 2004.
Р.И.Ғәниева
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина