Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҒЫҘАҠТАР

Просмотров: 1176

ҺАҒЫҘАҠТАР, ысын һағыҙаҡтар (Vespidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 30‑ға яҡын төрө осрай: урман Һ., уртаса Һ., ябай Һ., ябай һары һағыҙаҡ һ.б. Инә Һ. кәүҙә (аналыҡ) оҙонлоғо 16—35 мм (ата Һ. вағыраҡ), эшсе Һ. — 12—15 мм, һирәк, шыма, тура төктәр менән ҡапланған. Төҫө ҡара‑һары, ҡорһағы һыҙыҡлы, күкрәгенән билбау менән айырылған; инә Һ. ҡорһаҡ осонда ҡаяу (үҙгәртелгән йомортҡа һалғыс) бар. Башы киң, 3 ябай күҙе була. Мыйыҡтары еңелсә бөгөлгән (ата Һ. оҙонораҡ). Ауыҙ аппараты кимереүсе һәм ялаусы. Ҡанаттары үтә күренмәле, һирәк епсәләр бар. Күбеһенсә ғаиләләре менән ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ҡыуыштарында йәки ботаҡтарында үҙағастың ваҡ өлөшсәләрен яңаҡтары менән кимереп һәм һыу, йәбешкәк шайыҡ менән сылатып яһалған ояларҙа (бер нисә горизонталь күҙәнәктән тора) йәшәй. Йомортҡаларын ояның күҙәнәктәренә һала. Ҡарышлауыҡтары селәүсенгә оҡшаш, аяҡһыҙ. Оя күҙәнәктәрендә ҡурсаҡлана: ҡурсаҡтарҙан эшсе Һ. (енси ағзалары үҫешеп етмәгән инә Һ.), көҙгә табан инә һәм ата Һ. сыға. Аталандырылған инә Һ. ҡышлай. БР шарттарында бер йыл эсендә бер нисә быуын үҫешә. Көндөҙ әүҙем. Оло Һ. сәскә таты, һирәгерәк бөжәктәр, уларҙың ҡарышлауыҡтары менән туҡлана; ҡарышлауыҡтарына сәйнәлгән бөжәктәр ашата. Урмандарҙа, урман ситтәрендә, болондарҙа йәшәй. Һ. Ҡаяуының сәнсеүе кешелә — ауыртыу, шеш, күп тапҡыр сәнсеүе — ҙур шештәр тыуҙыра, тын ҡыҫылыуға һ.б. килтерә.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022