Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМОРАТОВА Майя Мөнир ҡыҙы

Просмотров: 1986

ИШМОРАТОВА Майя Мөнир ҡыҙы (27.5.1966, Өфө ҡ.), ботаник. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Ботаника баҡса‑институтында эшләй (өҙөклөк менән): 1998 й. алып өлкән, 2004 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 2005 й. — лаборатория мөдире. 1998—2004 йй. БДУ‑ның Сибай институтында, 2007 й. башлап БДУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге популяциялар биологияһы, интродукция, күҙәнәктәр һәм туҡымалар культураһы менән бәйле. И. тарафынан ҡайһы бер һирәк осраусы һәм ресурс төрҙәрҙе in vitro шарттарында клональ микроүрсетеү технологиялары, заттарҙың үлсәнеш спектры буйынса үҫемлектәрҙең һәм уларҙың популяцияларының йәшәү һәләтен, популяцияларҙың торошон һәм тәбиғәтте һаҡлауҙағы әһәмиәтен баһалау ысулдары, уларҙы комплекслы тикшереү методикаһы эшләнә. БР‑ҙа яңы фәнни йүнәлешкә — һирәк осраған һәм юғалып барған үҫемлектәрҙең популяцион биологияһына — нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

  Хеҙм.: Родиола иремельская на Южном Урале. М., 2006; Семена травянистых растений: особенности латентного периода, использование в интродукции и размножении in vitro. Уфа, 2009 (авторҙ.); Методика изучения популяций редких и ресурсных видов растений на охраняемых природных территориях Республики Башкортостан. Уфа, 2020 (авторҙ.).

Ф.К.Фазыльянова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.08.2022