КӘБИРОВ Рөстәм Рәсшәт улы
КӘБИРОВ Рөстәм Рәсшәт улы (30.10.1948, Өфө), ботаник. Биол. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1972—73 йй. Өфөнөң 4‑се дауаханаһында эшләй; 1976 й. алып БДПУ‑ла уҡыта (1992—2014 йй. ботаника, биоэкология һәм ландшафты проектлау каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡ ылымыҡтарының берләшмәләрен өйрәнеүгә арналған. Урал төбәгенең тупраҡ һәм ҡар япмаһының ағыулы булыуын билдәләү өсөн тест-система эшләй, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. өсөн уларҙың ағыулылыҡ карталарын төҙөй. Нефть сығарыу сәнәғәтендә ҡулланылған химик матдәләрҙең (бактерицидтар, коррозия ингибиторҙары һ.б.) ағыулы булыуын баһалай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть ятҡылыҡтарында тупраҡтың нефть, нефть продукттары, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, радионуклидтар, ауыр металдар м‑н бысраныуына ылымыҡтарҙың сыҙамлылығы өйрәнелә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, 5 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Альготестирование и альгоиндикация (методические аспекты, практическое использование). Уфа, 1995; Популяционная альгология. Уфа, 2008 (авторҙ.); Флора и синтаксономия почвенных водорослей и цианобактерий урбанизированных территорий. Уфа, 2011 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова