ЕР РЕФОРМАЛАРЫ
ЕР РЕФОРМАЛАРЫ, ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу мөнәсәбәттәре системаһын үҙгәртеү. Башҡорттарҙа ер биләү, файҙаланыу һәм уның м‑н эш итеү аҫабалыҡ хоҡуғы нигеҙендә формалашҡан. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ерҙе файҙаланыу һәм биләү мөнәсәбәттәре ер сәйәсәте сиктәрендә үҫешә. 17—18 бб. закон акттарының төп өлөшө ерҙе аҫаба башҡорттар ҡулында һаҡлап ҡалдырыуға йүнәлтелгән була (ҡара: Аҫаба). 18 б. 30‑сы йй. алып Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен үҙгәртеү хөкүмәттең башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын сикләүгә ынтылышына бәйле була. Указдарға (1736 й. 11 февр.) ярашлы, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыу һәм һатып алыуға, оҙайлы ҡуртымға биреүгә сикләүҙәр бөтөрөлә, улар биләгән ерҙәрҙә ҡәлғәләр һәм тау заводтары төҙөү законлаштырыла, керҙәштәргә аҫаба башҡорттарҙан ҡуртымға алынған ерҙе оброк түләмәйенсә файҙаланыу хоҡуғы бирелә. 19 б. — 20 б. башында үткәрелгән иң мөһим Е.р. — Крәҫтиән реформаһы һәм Столыпин аграр реформаһы. Реформалар үткәргән ваҡытта Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында өҫтәмә рәүештә бер нисә закон акты, ш. иҫ. “Башҡорттар тураһында положение” ҡабул ителә. 1917 й. Е.р. әҙерләү һәм ер бәхәстәрен хәл итеү б‑са саралар эшләү өсөн Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылғанға тиклем Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан ер комитеттары ойошторола. 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декрет м‑н хосуси милек бөтөрөлә һәм ер дәүләт милкенә күсерелә (ҡара: Национализациялау). 1990‑сы йй. башланған Е.р. ергә дәүләт милке монополияһын бөтөрөүгә һәм милектең төрлө формаларын билдәләүгә йүнәлтелгән була. “Башҡорт ССР‑ында ер реформаһы тураһында”, “Башҡорт ССР‑ында милек тураһында” (икеһе лә — 1991) закондары, БР‑ҙың Ер кодексы (1992) ҡабул ителә, уларҙа дәүләттең ергә тулы хоҡуғы раҫлана, ер м‑н эш итеү хоҡуғы Башҡ. ССР‑ының Юғары Советына һәм халыҡ депутаттарының урындағы советтарына тапшырыла, а.х. ерҙәрен хосуси милеккә биреү тыйыла. Граждандарға ер участкалары милеккә фәҡәт шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, индивидуаль торлаҡ һәм дача төҙөү, баҡсасылыҡ м‑н шөғөлләнеү өсөн генә бирелә. Колхоздарҙы һәм совхоздарҙы этаплап үҙгәртеү, һөҙөмтәле эшләп килгән а.х. пр‑тиеларын һаҡлап ҡалыу арҡаһында, а.х. продукцияһы етештереү күләме РФ‑тың башҡа төбәктәре м‑н сағыштырғанда (33%) ныҡ кәмемәй (1991—95 йй. 7%). Е.р. яңы этабы РФ‑тың Ер кодексын (2001) һәм “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең ҡулланылышы тураһында” федераль законын (2002), “БР‑ҙа ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” БР законын (2004) ҡабул ителгәс, респ. ер ҡулланылышының төп формалары (һатып алыу, һатыу һәм ҡуртымға биреү) уларға ярашлы билдәләнә, а.х. ерҙәренә ҡараған ер участкаларын хосусилаштырыу рөхсәт ителә; а.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән торған һәм һөҙөмтәле, юғары технологик а.х. производствоһы алып барыу өсөн файҙаланылған ер участкаларының миним. күләме билдәләнә; физик йәки юридик шәхестәр милкендә була алған ер участкалары майҙанының сиктәре билдәләнә. Ер өлөшө (пай) алыуға хоҡуғы булған граждандарға а.х. ерҙәренән ер участкалары бер тапҡыр бушлай, дөйөм милек хоҡуғында бирелә ала. Граждандарға ер участкаларын биреү нормалары билдәләнә: крәҫтиән хужалығы алып барыу өсөн — район б‑са ер өлөшөнөң уртаса ҙурлығынан алып 50 га тиклем, баҡсасылыҡҡа — 0,04—0,15 га, малсылыҡ алып барыуға — 1—3 га, йәшелсәселеккә — 0,06—0,15 га, дача төҙөү өсөн — 0,05—0,20 га. БР‑ҙа хужалыҡ итеүҙең бөтә формалары ла тигеҙ үҫешһен өсөн шарттар булдырыу маҡсатында ер бүлеп биреү мәсьәләһе башлыса хәл ителгән, ерҙәрҙең бөтә категорияларына дәүләт кадастр баһалауы тамамланған (ҡара: Ер кадастры), крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, акционерҙар йәмғиәттәре, ширҡәттәр, ассоциациялар, дәүләт, муниципаль, унитар пр‑тиелар һ.б. үҫешә. Респ. эшләп килгән ер баҙары дәүләт һәм муниципаль ер участкаларын ҡуртымға биреү (2005 й. бөтә килешеүҙәрҙең 91%‑ы), ш. уҡ граждандарға һәм юридик шәхестәргә ер участкаларын милеккә биреү, граждандарға һәм юридик шәхестәргә ер һатыу-һатып алыу килешеүҙәре иҫәбенә төҙөлә.
Әҙәб.: Гусманов У.Г. Агропромышленный комплекс региона: состояние, проблемы, решения: в 2 т. М., 2006—2009.
Ү.Ғ.Ғосманов, Д.Д.Лоҡманов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина