Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович

Просмотров: 1123

ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович (22.1.1854, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе — ?), тау инженеры. Санкт‑Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1876) Уралда эшләй. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. 1879 й. Екатеринбург тау округының Түбәнге Исәт заводында эш башлай, 1879 й. майында Горноблагодатный округының Верхнетур заводы күҙәтсеһе итеп билдәләнә, 1885 й. алып Урал заводтарының баш начальнигы, 1888—97 йй. 4‑се Өфө тау округының округ инженеры, 1897—1909 йй. Златоуст тау округының тау начальнигы. З. етәкселегендә тау округы предприятиелары үҙгәртеп ҡорола: Златоуст (Косотур) заводында снаряд фабрикаһы киңәйтелә, шотланд системаһындағы мартен (1900) һәм домна (1902) мейестәре, бер туған Бёлерҙар ысулы менән тигель ҡоросо сығарыу фабрикаһы (1904), Әртә заводында полировкалау фабрикаһы (1900) төҙөлә. 1903—05 йй. Өфө тау округының бөтә заводтарында 8 сәғәтлек эш көнө индерә, үҫмерҙәр хеҙмәтен файҙаланыуҙы сикләй. 1909—12 йй. Өфө губернаһынан Дәүләт советы ағзаһы. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1877), 4‑се (1878) һәм 3‑сө (1893) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө (1886), 2‑се (1897) һәм 1‑се (1908) дәрәжә Изге Станислав ордендары менән бүләкләнгән.

В.Н.Макарова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.11.2022
Связанные темы рубрикатора: