Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҒЫУЛАНЫУ

Просмотров: 1484

АҒЫУЛАНЫУ, интоксикация, төрлө сығышлы ағыуҙарҙың (кеше йәки хайуан организмына токсик дозаларҙа эләккәндә йәшәү өсөн мөһим функцияларҙың боҙолоуына, ҡайһы бер осраҡта үлемгә килтерә) организмға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән патологик хәл.

Кеше А. А. уны тыуҙырған матдәләрҙең төрө (алкоголь, һөрөм һ.б.), төркөмө (хлорланған углеводородтар, фосфорорганик берләшмәләр һ.б.) һәм класы (ағыулы химикаттар, дарыуҙар һ.б.) б‑са; ағыуҙың организмға инеү юлдары б‑са (ингаляция, перораль, перкутан һ.б.); барлыҡҡа килеү сәбәптәре һәм урыны б‑са — осраҡлы (көнкүреш, ш. иҫ. аҙыҡ, дарыу м‑н, һәм сәнәғәт, а.х. ағыуҙары м‑н һөнәри А.), алдан уйланылған (криминаль, суицидаль) һ.б. айыралар. А. клиник барышы уның төрөнә, организмға эләккән ағыу миҡдарына һәм уның специфик йоғонтоһо механизмына (токсикоген эффектына) бәйле. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: токсик кома, интоксикация психозы, экзотоксикоз шогы һ.б. Диагностика өсөн анамнез, хәл-ваҡиға урынын ҡарап сығыу һөҙөмтәләре, клиник, лаб. (организмдың биол. мөхитендә ағыуҙарҙы йәки уларҙың метаболиттарын билдәләү) һәм патоморфол. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: ағыулы матдәләрҙе организмдан сығарыу (ашҡаҙанды йыуҙырыу, бәүел ҡыуғыс һәм эс йомшартҡыс дарыуҙар, сорбция, диализ, фильтрация ысулдарын ҡулланыу), ағыулы матдә төрө асыҡланған осраҡта антидот (ағыу ҡайтарғыс индереү) һәм симптоматик терапия. Иҫкәртеү: химик матдәләрҙе, дауалау препараттарын һ.б. ағыуҙарҙы ҡулланыу һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәү, санитар-ағартыу эше һ.б. БР‑ҙа А. структураһында күпселекте киҫкен көнкүреш А. тәшкил итә, шулар араһында айырыуса дауалау саралары, алкоголь һәм уның суррогаттары, көнкүреш химияһы препараттары, көйҙөрөүсе ағыуҙар, ағыулы бәшмәктәр һ.б. м‑н А. күп. Башҡортостанда 20 б. 40‑сы йй. башында БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) хәрби ағыулағыс матдәләр һәм сәнәғәт ағыуҙары м‑н А. проблемалары өйрәнелә, 50‑се йй. уртаһынан Өфө хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) кеше организмына зарарлы матдәләрҙең тәьҫире механизмын өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла һәм респ. башлыса сәнәғәт өлкәләрендә эшләүсе хеҙм‑рҙәргә сәнәғәт ағыуҙары йоғонто яһағанда киҫкен һәм хроник А. дауалау һәм иҫкәртеү алымдары эшләнә (ҡара: Токсикология). 1983 й. Өфөнөң 21‑се дауаханаһы ҡарамағында киҫкен А. дауалау б‑са махсус бүлек асыла, уның базаһында Респ. һәләкәттәр мед. үҙәге (ҡара: Медицина үҙәктәре) етәкс. эшләгән токсик-терапевтик профилле ашығыс ярҙам бригадалары булдырыла. БДМУ‑ла клиник токсикология һәм һөнәри ауырыуҙар каф. көнкүреш һәм химик авариялар ваҡытында А. дауалауҙың мед. технологиялары эшләнә.

Хайуандар А. Мал аҙығы, пестицидтар, ағыулы үҫемлектәр м‑н, ағыулы йәнлектәр тешләүенән, медикаментоз һ.б. А. айыралар. Малсылыҡта иң йыш осрағаны мал аҙығынан А. Ағыулы матдәләрҙең тәьҫире бер урында (тире һәм лайлалы тиресәләрҙең яныуы) һәм дөйөм (токсиндар ҡан ағышына эләккәндә) булырға мөмкин. Мал аҙығынан А. гастроэнтериттарҙа, нефриттарҙа һ.б. күренә. Диагностика өсөн клиник, лаб. (мал аҙығына, һыуға, ауырыу хайуандың бүлендектәренә химик анализ) һәм патологоанатомик тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: ашҡаҙанды йыуҙырыу, медикаментоз (ағыу ҡайтарғыс, ҡоҫторғос, адсорбциялаусы, йомшартҡыс һәм бәүел ҡыуғыс дарыуҙар) һәм симптоматик. Иҫкәртеү: ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙы ойоштороуҙы, минераль ашламаларҙы, пестицидтарҙы һ.б. файҙаланыу һәм һаҡлауҙы күҙәтеү аҫтында тотоу. Хайуандар А. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. алып Аграр университетта үткәрелә: нитраттар м‑н ағыуланған ҡаҙҙар, һарыҡтар организмындағы морфол. үҙгәрештәр өйрәнелә (Р.Ф.Ғәниева, И.Р.Килмәтова һ.б.), интоксикация ваҡытында хайуандар бауырын морфо-функциональ тикшереү алып барыла (Е.С.Волкова), А.Ф.Исмәғилева етәкс. хайуандар нитраттар, фосфороорганик берләшмәләр һ.б. м‑н ағыуланғанда пирамидиндан яһалған дарыуҙарҙы һәм глицирризин кислотаһын ҡулланыу өйрәнелә.

А.Ф.Исмәғилева, З.С.Тереғолова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019