“АСЫ”, бальнеоклиматик шифахана
“АСЫ”, бальнеоклиматик шифахана. БР‑ҙың Белорет р‑нында, Белорет ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа 150 км һәм Инйәр т. юл ст. төньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта Асы а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь. Ҡыш һалҡын, ғин. уртаса т‑ра –15,7°С. Йәй йылы, июлдә уртаса т‑ра 17,4°С. Шифахана 2001 й. тире, һөйәк-мускулдар, нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары системалары, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙары булған, матдәләр алмашыныуы боҙолған һ.б. пациенттар өсөн бальнеологик дауалау учреждениеһы базаһында асыла; 168 урынға иҫәпләнгән (2008). Төп дауалау факторҙары — Асы минераль һыу сығанаҡтары һәм климат. Бальнеотерапия, дауалау физкультураһы, диетотерапия, физиотерапия һ.б. ҡулланыла.
Әҙәб.: Гильмутдинова Л.Т., Бадретдинов Р.Р. Санаторий Ассы, организация санаторно-курортного лечения. Уфа; Ассы, 2002.
Л.Т.Ғилметдинова, Б.Н.Ямалов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина