Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫСЫР, Мысыр Ғәрәп Республикаһы

Просмотров: 508

МЫСЫР, М ы с ы р Ғ ә р ә п Р е с п у б л и к а һ ы, Африканың төньяҡ‑көнбайышындағы һәм Азияның Синай ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 1001,4 мең км2. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 80,9 млн кеше (2011), 90%‑ы — мысырҙар (М. ғәрәптәре). Рәсми тел — ғәрәп теле. Диндарҙарҙың күпселеге — мосолман сөнниҙәре. БР‑ҙың М. м‑н бәйләнештәре РФ һәм М. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР‑ҙың БДБ‑нан тыш илдәр м‑н дөйөм тышҡы сауҙа күләмендә М. өлөшөнә 0,7% (2011) тура килә. БР м‑н М. тышҡы сауҙа әйләнеше 69,6 млн АҠШ доллары (2000 й. ҡарағанда 6,3 тапҡырға күберәк) тәшкил итә. БР‑ҙың М. экспорты 69,6 млн доллар (2000 й. — 11 млн доллар) тәшкил итә; уларҙың тауар структураһында — химия продукттары, каучук, ағас һәм ҡағыҙ изделиелар, металл һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр, ҡорамалдар һәм транспорт саралары. 1960 йй. М. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы станоктары һатыла. 1974—77 йй. Ҡаһирә балет труп‑ паһының баш балетм., 1988—89 йй. Ҡаһирә юғары балет ин‑тының ху‑ дожество етәксеһе булып Н.Д.Юлтыева эшләй. 70—80‑се йй. М. Й.Ә.Әбделмәнов, Р.Ә.Бәшәров һ.б. гастролдә була; 2003 й. һәм 2005 й. Ҡаһирәлә БДОБТ‑ның гастролдәре үтә. 90‑сы йй. аҙ. М. БР өсөн ха‑ лыҡ‑ара туризмдың иң популяр йүнәлешенә әйләнә. Республика мосолман ойошмалары Әл‑Әзһәр ун‑ты (Ҡаһирә) м‑н тығыҙ бәйләнеш тота: унда Башҡортостан кешеләре уҡый (2010 й. — 50 кеше); ун‑т уҡытыусылары БР‑ҙың ҡайһы бер мәҙрәсәләрендә эшләй; 2005 й. Сәйет шәйех етәкс. бер төркөм уҡытыусылар респ. килә. 2010 й. Хургада ҡ. Р.И.Килмәмәтовтың “Башҡортостан — Рәсәй ынйыһы” тигән фотокүргәҙмәһе була. М. делегаттары 2—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. Ҡаһирә опе‑ ра театрының балет труппаһы Нуриев Р. исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнаша (Өфө, 2004, 2005).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019