Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДОВЫЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 446

САДОВЫЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 28 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 817 кеше; 1959 — 515; 1989 — 715; 2002 — 627; 2010 — 569 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Уңыш” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1932 й. Ҡырғыҙ‑Миәкә районында Миәкә с‑зы ойошторолоуға бәйле совхоздың Үҙәк усадьба ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1991 й. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019