Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕНАТ

Просмотров: 646

СЕНАТ, И д а р а и т е ү с е С е н а т, Рәсәйҙә императорға буйһонған иң юғары дәүләт м‑н идара итеү органы. 1711 й. Мәскәүҙә ойошторола (1714 й. алып С.‑Петербургта). 1722 й. башлап ген.-прокурор (бер үк ваҡытта 1802 й. алып юстиция министры булған) етәкселек итә, ярҙамсылары (обер-прокурорҙар) м‑н сенаторҙар өҫтөнән күҙәтеү алып бара. С. ҡарамағында закон сығарыу һәм суд функциялары, идара; үҙәк дәүләт учреждениелары (коллегиялар, һуңыраҡ министрлыҡтар һ.б.) була. Канцелярия, комиссия, контора, экспедициялар һ.б., 1763 й. алып департаменттарҙан тора. Өфө өйәҙе Сенаттың махсус ведомствоһында була. Ҡала фискалдары һәм провинция фискалдары ярҙамында Өфө учреждениелары һәм чиновниктары өҫтөнән йәшерен күҙәтеү алып барылған (1728 й. башҡорттар өҫтөнән күҙәтеү бөтөрөлә), 1715 й. башлап Өфө провинцияһы воеводалары тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡтың үтенесе б‑са 1728 й. Өфө провинцияһына идара итеү рәсми указ м‑н С. ҡарамағына тапшырыла [1734 й. алып Ырымбур экспедицияһы (1734—44) буйһоноуында]. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда баш күтәреүселәр өҫтөнән тәфтиш һәм судты С. Йәшерен экспедицияһы алып бара (830‑ға яҡын баш күтәреүсенең эше ҡарала, шуларҙың 6‑һы язалап үлтерелә, 600 самаһы азат ителә). Урындағы власть органдарын тикшереү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе өйрәнер өсөн сенатор ревизиялары үткәрелгән. 19 б. Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында 5 ревизия (1800, 1842, 1844, 1880, 1892) була. С. һәм уға буйһонған учреждениелар 1917 й. аҙ. бөтөрөлә.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019