Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҒЫШТЫРМА‑ТАРИХИ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 690

САҒЫШТЫРМА‑ТАРИХИ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, с а ғ ы ш т ы р м а  т е л ғ и л е м е, г е н е т и к  т е л  ғ и л е м е, к о м п а р а т и в и с т и к а, сағыштырма‑тарихи метод алымдарын ҡулланып, билдәле бер тел йәки ҡәрҙәш телдәр төркөмөнөң үҙенсәлектәрен йәшәп килеү дәүеренең төрлө этаптарында (синхрония) йәки тарихи үҫешендә (диахрония) торошон билдәләү маҡсатында өйрәнеүсе тел ғилеме өлкәһе. Сағыштырма‑тарихи метод тышҡы (ҡәрҙәш телдәрҙә морфемаларҙың, һүҙҙәрҙең генетик тигеҙлеген билдәләгән һәм уларҙа тәү телдәге даими фонетик үҙгәреш һөҙөмтәләрен асыҡлау) һәм эске (билдәле бер тел системаһы үҫешенең тәүге этаптарында унда тел системаһының ҡайһы бер элементтары йәшәп килеүен иҫбатлауҙы асыҡлау) реконструкцияны; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе, ономастиканы анализлап телдәрҙең тарихы б‑са мәғлүмәттәр алыуҙы күҙ уңында тота. Алынған реконструкциялар тел системаһының бөтә элементтарын: фонология, морфонология, морфология, синтаксисты үҙ эсенә ала; тарихи тәү тел м‑н тиңләшә алмай, уның тарихи реаллеге т‑да мәғлүмәт биргән модель булып тора. С.‑т.т.ғ. телде хәҙ. торошонда өйрәнеүҙе, яҙма ҡомартҡылар теле тарихы, урындағы һөйләштең боронғо элементтары, фольклор, яңғыҙлыҡ исемдәр, сиктәш фәндәр — тарих, этнография, археология һ.б. материалдарын ылыҡтырып йыйылған материалды сағыштырып өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Башҡорт тел ғилемендә сағыштырма‑тарихи метод Ж.Ғ.Кейекбаевтың башҡ. теленең фонетикаһы, лексикаһы б‑са тикшеренеүҙәрендә, “Урал‑Алтай телдәренең тарихи грамматикаһы нигеҙҙәре” хеҙмәтендә, ш. уҡ Ә.М.Аҙнабаевтың, Э.Ф.Ишбирҙиндең, В.Ш.Псәнчиндең, Ф.Ғ.Хисамитдинованың лексикологик, С.Ф.Миржанова, Н.Х.Мәҡсүтованың диалектологик хеҙмәттәрендә һ.б. ҡулланылған.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.01.2023