Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ЛӘМӘЗ, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 500

ҮРГЕ ЛӘМӘЗ, Т ө р ө к м ә н, Архангел р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 50 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ләмәҙ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 515; 1939 — 691; 1959 — 302; 1989 — 150; 2002 — 139; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Урман‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Төрөкмән (“төрөкмән” этнонимынан, ҡара: Көҙәй) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Ләмәҙбаш, Ләмәҙйорт булараҡ билдәле. Башҡорт ихтилалдарын (173540) баҫтырған ваҡытта яндырылған, һуңыраҡ ш. уҡ даруғаның Урман‑Көҙәй улусы Түб. Ләмәҙ а. кешеләре тарафынан тергеҙелгән. 1795 й. 12 йортта 57 кеше йәшәгән, 1865 й. 41 йортта — 266 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре булған. Ауылдан К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Заповедный ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Х.Я.Мөлөков, Р.М.Әҙелшина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019