Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЛҠАН

Просмотров: 738

ТАЛҠАН, башҡорташ-һыуында традицион аҙыҡ. Ҡурмастан (Урал аръяғында, Башҡортостандың таулы-урманлы һәм көньяҡ райондарында), ш. уҡ бешереп киптерелгән бойҙай, һоло, тары, арыш, арпанан йәки уларҙың ҡатнашмаһынан әҙерләнә. Орлоҡто ҡул тирмәнендә тарталар, ҡайһы берҙә килелә төйәләр, һуңынан иләп, төрлө он яһайҙар. Ҡаймаҡ, май һ.б. ҡушылған Т. бутҡа бешерәләр (талҡан бутҡаһы), бал, муйыл онтағы һ.б. ҡушылғанынан бәләкәй йомарсаҡтар әүәләп, сәй табынына бирәләр. Традиция б‑са Т. бишек туйы, кәкүк сәйе, ҡарғатуй, һабантуй, һырғатуй кеүек байрамдар һәм ер эшкәртеүгә бәйле йолалар ваҡытында табынға ҡуйғандар. Ҡоро Т. киндер тоҡтарҙа, тырыздарҙа (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), иретелгән май ҡушылғанын — соҡоп эшләнгән тәпәндәрҙә (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы) һаҡлағандар, юлда, һунарҙа йөрөгәндә, ураҙа тотҡанда (ҡара: Ураҙа байрамы) ашағандар. Алтай, бүрәт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, монгол, сыуаш, татар, үзбәк, хакас халыҡтары аш-һыуында таралған.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019