Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы

Просмотров: 933

ҮҘӘН, К ө н ь я ҡ Ү ҙ ә н, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Бөрйән р‑ны Ҡолғана а. төньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта Яманғыр һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Бөрйән р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға. Ағиҙел й. (тамағынан 1098 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 116 км, басс. майҙаны 590 км2, дөйөм түбәнәйеүе 570 м. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,3 м3/с. Басс. рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, үрге ағымында тауҙар бейегерәк. Йылға үҙәне Ҡыраҡа тектоник комплексы ультрабазальттарынан, ордовик һәм силурҙың терриген тоҡомдарынан ғибәрәт. Ландшафы йоҡа ҡатламлы көлһыуланған ҡара тау һәм органоген‑ҡырсынташлы тупраҡтарҙағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай- ҡайын урмандарынан тора, һоро тау-урман тупрағындағы болондар осрай. Басс. 86%‑ын урман ҡаплаған, 5%‑ы һөрөлгән. Үрге ағымында Ү. басс. Башҡорт ҡурсаулығы сиктәрендә урынлашҡан. Ҡушылдыҡтары: Һарағы, Һәүәнәк, Бетерә (бөтәһе лә — һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019