Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ СТАНЦИЯҺЫ

Просмотров: 398

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ СТАНЦИЯҺЫ, федераль дәүләт учреждениеһы. Ҡоротҡостарҙың, культуралар ауырыуҙарының фитосанитария мониторингыһын үткәрә, уларҙың үҫешен күҙаллай, зарарлыҡ кимәлен билдәләй; химик һәм биологик препараттарҙың сифатына лаб. тикшереү үткәрә, үҫтерелгән продукцияла ҡалдыҡ пестицидтар һанының күләмен асыҡлай. Тирә‑яҡ мөхитте пестицидтар м‑н бысраныуҙан (ҡара: Тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы) һаҡлау б‑са саралар (уларҙы ҡулланыу технологиялары, һаҡлау һәм ташыу ҡағиҙәләре) үткәреүҙә ҡатнаша. Өфөлә урынлашҡан. Составына 54 район үҫемлектәрҙе һаҡлау ст., 19 зона фитосанитария пункты; үҫемлекселек продукцияһын лаб. һынауҙар, фитосанитария бүлеге инә. 2006 й. 119 кеше эшләгән; 1500‑ҙән ашыу хужалыҡта 880 мең т ашыу аҙыҡ‑түлектең (иген, ҡуҙаҡлы иген, йәшелсә‑емеш), 145 төрлө 780 т ашыу пестицидтың сифаты тикшерелә; 150 т ашыу орлоҡтоң ағыуланыу сифаты һ.б. билдәләнә. 1924 й. БАССР‑ҙың Игенселек ХК‑нда Башҡ‑н үҫемлектәрҙе һаҡлау ст. булараҡ ойошторола, 1931 й. алып Бөтә Союз үҫемлектәрҙе һаҡлау ҒТИ Урта Волга бүлегенең Терәк пункты, 1932 й. — А.х. ҡоротҡостарына һәм ауырыуҙарына ҡаршы көрәш бүлеге, 1936 й. — Бөтә Союз үҫемлектәрҙе һаҡлау ҒТИ‑ның Өфө терәк пункты, 1937 й. — А.х. ҡоротҡостарына ҡаршы көрәш бүлеге, 1941 й. — А.х. үҫемлектәренең ҡоротҡостары һәм ауырыуҙары барлыҡҡа килеүен хәбәр итеү хеҙмәте секторы (1947 й. башлап БАССР‑ҙың А.х. министрлығында); 1958 й. алып РСФСР А.х. министрлығының Башҡ‑н респ. үҫемлектәрҙе һаҡлау ст., 1980 й. — “Сельхозхимия” берекмәһенең Башҡ‑н үҫемлектәрҙе һаҡлау ст., 1989 й. — РСФСР А.х. һәм аҙыҡ‑түлек министрлығының (1991 й. башлап РФ‑тың А.х. министрлығы) Башҡ‑н үҫемлектәрҙе һаҡлау ст., 1993 й. — Башҡ‑н респ. үҫемлектәрҙе һаҡлау ст., 2000 й. — хәҙ. статустағы “Башҡортостан республика үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһы”, 2001 й. — БР‑ҙағы Федераль дәүләт терр. үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһы. Ү.һ.с. м‑н К.А. Васильев, А.П.Веретенников, А.Х. Ноғоманов, Р.З. Рьянов, В.И.Силин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019