Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УДЕЛЬНО‑ДЫУАНАЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 671

УДЕЛЬНО‑ДЫУАНАЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Удельно‑Дыуанай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2765 кеше; 1920 — 2948; 1939 — 2418; 1959 — 1844; 1989 — 1244; 2002 — 1137; 2010 — 1079 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Богородский а. (хәҙ. Өфө ҡ. эсендә) отставкалағы Өфө стрелецтары һәм батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1647 й. алып Дәүләт Дыуанайы исеме м‑н билдәле. 1865 й. 311 йортта 2007 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1805 й. төҙөлгән), училище, 2 һыу тирмәне, пристань булған; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, китапхана‑уҡыу бүлмәһе, земство дарыуханаһы, 3 тимерлек, 2 май һығыу оҫтаханаһы, шарап, һыра һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй, 2 пристань теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл эргәһендә Удельно‑Дыуанай торамаһы бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019