УРТА АҠА, Мәсетле р‑нындағы ауыл
УРТА АҠА, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Аҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 14 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.-Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Аҡа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 657 кеше; 1920 — 704; 1939 — 560; 1959 — 466; 1989 — 354; 2002 — 327; 2010 — 319 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб, мәсет бар.
Ауылға 1714 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Оло Аҡа а. мишәрҙәре нигеҙ һала. 19 б. аҙ. тиклем Оло Аҡа а. м‑н бергә иҫәпкә алына. 1795 й. 620 кеше йәшәгән, 1869 й. 270 йортта — 1548 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, тирмән, 2 бакалея кибете теркәлгән.
Г.Т.Хөсәйенова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов