Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УФИМКАБЕЛЬ”

Просмотров: 400

“УФИМКАБЕЛЬ”, ЯСЙ. Төрлө тәғәйенләнешле кабелдәр, сым һәм шнурҙар етештерә. Составына әҙерләү, 2 кабель бүлексәһе; инструмент һәм йыһаз, транспорт‑эксплуатация участкалары инә. Магазины бар. 2009 й. 319 кеше эшләгән; 17,1 мең км продукция, ш. иҫ. монтажлау, радиойышлыҡлы, контроль, көс кабелдәре; автомобиль, урама, йылытыу сымдары; яҡтыртыу шнурҙары етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

1941 й. эвакуацияланған “Винилпровод” (Подольск ҡ.), “Электрошнур” (Одесса ҡ.), “Электропровод” (Мәскәү) з‑дтары базаһында 680‑се дәүләт союз з‑ды булараҡ ойошторола, окт. 1‑се продукцияһын сығара: детонатор шнурҙары, телефон һәм сапёр сымдары, хәрби‑ялан элемтә кабелдәре (1958–59 йй. — бәләкәй габаритлы телевизион, 1965–66 йй. “Микротракт” сериялы радиойышлыҡлы бәләкәй габаритлы кабелдәр етештереү үҙләштерелә); 1964 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1991 й. башлап ААЙ, 1998 й. — ДУП, 2003 й. алып ААЙ, 2014 й. хәҙ. статусын ала. 2016 й. Дим микрорайонында етештереү майҙаны асыла. Пр‑тиела 2008 й. РФ‑та тәүге тапҡыр изоляциялы һәм көплө, янмай торған һәм утҡа сыҙамлы МКПсЭВ маркалы монтажлау кабелдәре, поливинилхлорид пластик изоляциялы, ҡурғашһыҙ нигеҙле стабилизаторҙары булған ПВАМбс маркалы автотрактор сымдары, ПНСВ, ПРКА, ПНРТВЭ маркалы йылытыу сымдары, тармаҡта тәүге тапҡыр цифрлы станциялар өсөн КВСМВ, КТПВЦЭ маркалы кабелдәр етештереү технологиялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары”, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурстары лауреаты (икеһе лә — 2008, 2009).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019