Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЮЛЬКИН Александр Эрастович

Просмотров: 633

ТЮЛЬКИН Александр Эрастович (30.8.1888, Өфө — 18.3.1980, шунда уҡ), рәссам, педагог. РСФСР‑ҙың (1960) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1955). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Ҡазан художество мәктәбен тамамлағандан һуң (1918; педагогтары Н.И.Фешин, П.П.Беньков) Өфөнөң төрлө уҡыу йорттарында, 1933—41 йй. һәм 1945—50 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыта. Һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, рәсем сәнғәтенең ҙур оҫтаһы. Пейзаж һәм натюрморт жанрҙары үҫешендә ҙур роль уйнаған, Башҡортостанда һынлы сәнғәт белемен формалаштырыуға үҙ өлөшөн индергән. Колорист оҫталығы көслө була, ижадында 20 б. башында ижад иткән Европа һәм урыҫ рәссамдары йоғонтоһон кисергән (“Дачалағы ихата”, 1919; “Шайтансыҡ”, 1925), Д.Д.Бурлюк тәьҫирендә “аналитик импрессионизм” м‑н мауыҡҡан (“Карусель”, яҡынса 1923 й.). Урыҫ рәсем сәнғәте мәҙәниәтенең реалистик традицияларына нигеҙләнеп, ижад иткән эштәрендә тыуған ҡала (“Гортензиялар”, 1920; “Гөллө тәҙрәләр”, 1924; “Яр ситендәге өйҙәр”, 1928), башҡ. крайы, Урал (“Нестеровтың тыуған яғында”, 1946; “Урал сәсмәләре”, 1953) образдарын тыуҙыра. 20 б. 1‑се ярт. ватан тарихының драматик ваҡиғаларын һүрәтләгән картиналар (“Голубец”, 1942; “Ҡала ситендә байрам”, 1948), тарихи һәм тормош-көнкүреш темаларына композициялар (“Пушкин башҡорттар араһында”, 1937; “Ленин 1900 йылда Өфөлә”, 1940—60 йй. варианттар) авторы. 20‑се йй. башында Ю.Ю.Блюменталь, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, В.С. Сыромятников м‑н бергә башҡорттарҙың мәҙәниәтен һәм тормош‑көнкүрешен өйрәнеү, халыҡ сәнғәте б‑са материалдар йыйыу өсөн респ. көньяҡ‑көнсығыш райондары буйлап экспедицияға сыға; 30‑сы йй. башында Белорет, Ишембай, Магнитогорск ҡҡ. индустриялаштырыу темаһына картиналар серияһын төшөрә. Граждандар һуғышы йылдарында Л.В.Лезенков м‑н бергә Өфөнө (“Самодержавиены ҡолатыу” панноһы), 1939 й. А.П.Лежнев һәм И.И. Урядовм‑н Бөтә Союз а.х. күргәҙмәһен (Мәскәү) художестволы биҙәүҙә ҡатнаша. Уҡыусылары араһында Б.Ф.Домашников, Ә.Ф.Лотфуллин, М.А.Назаров, А.В.Пантелеев, П.П.Салмасов. Өфө сәнғәт түңәрәге ағзаһы (1916); Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалын ойоштороусыларҙың береһе һәм беренсе рәйесе (1925), Юғары художество‑техник оҫтахананың Өфө филиалын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның уҡытыусыһы (1920 йй.). 1916 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1943, 1966, 1975, 2009), Мәскәү (1945, 1975) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Рус музейы (С.‑Петербург), Көнсығыш халыҡтары сәнғәте музейы (Мәскәү) һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1975). “Почёт Билдә .е” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Т. исеме Художество мәктәбе 2 эргәһендәге Балалар картиналар галереяһына (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) бирелгән, мәктәптә 1999 й. алып А.Э.Тюлькин ис. Асыҡ респ. балалар художество ижады конкурсы үткәрелә. Өфөлә Тюлькин А.Э. йорт‑музейы асылған, Глумилин микрорайонындағы бульвар уның исеме м‑н аталған.

Әҙәб.: Я н б у х т и н а А.Г. Александр Тюлькин. Л., 1975; Башкирский государственный художественный музей им. М.В.Нестерова. Живопись и графика второй половины ХIХ — первой половины ХХ века: кат. выст. /сост. В.М.Сорокина, С.В.Игнатенко. Уфа, 2007.

Ә.Ғ.Йәнбухтина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019