Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРХИ Хәниә

Просмотров: 657

ФӘРХИ Хәниә (ысын исеме Биктаһирова Хәниә Фәрхислам ҡыҙы; 10.6.1960, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Үрге Сәләй а. — 27.7.2017, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрге Тәтешле а., Ҡазанда ерләнгән), йырсы. ТР‑ҙың халыҡ (2000) һәм атҡ. (1996) артисы. Ҡазан театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1985; Р.М.Батуллин курсы) К.Тинчурин ис. Татар драма һәм комедия театры (Ҡазан) актрисаһы, 1989 й. алып “Йыр һәм мәрхәмәтлелек” (“Песня и милосердие”) театр‑студияһы (Яр Саллы ҡ.), 1992 й. — “Байрам” театр ижади коллективы (Ҡазан), 2000 й. — “Энергетик” мәҙәниәт һарайы (Яр Саллы) артисы, 2006 й. башлап “Байрам” театр‑студияһының (Ҡазан) художество етәксеһе. Киң диапазонлы көслө тауышҡа эйә; башҡарыу манераһына хислелек, тәьҫирлелек һәм тасуирилыҡ хас булған. Репертуарына башҡорт һәм татар композиторҙарының әҫәрҙәре, татар халыҡ йырҙары ингән. Үҙ шиғырҙарына йырҙар авторы. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә булған. “Татар йыры” (“Татарская песня”) Халыҡ‑ара эстрада фестивале (2000 — 16), “Һандуғас” (“Соловей”) Төбәк йыр фестивале (1999, 2000; икеһе лә — Ҡазан) лауреаты. Ә.Атнабаев ис. пр. лауреаты (2018).

Э.Әәбиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019