ЧЕРЕПЕНЬКИН Сергей Семёнович
ЧЕРЕПЕНЬКИН Сергей Семёнович (14.2.1952, Белорет ҡ.), тренер. Ауыр атлетика б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1995) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1973). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (1994). Волгоград физик культура ин-тын тамамлаған (1977). “Хеҙмәт” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (Белорет; тренеры А.Е.Зайцев). “Руда Гвезда” халыҡ-ара турниры еңеүсеһе (Орджоникидзе, 1973). 1975 й. алып “Динамо” ДСО-һының (Волгоград ҡ.), 1978 й. — “Металлург” спорт клубының (Белорет), 1997 й. — “Атлет” ДЮСШ-ының (Магнитогорск ҡ.), 2005 й. — 1-се ДЮСШ-ының, 2010 й. — 3-сө ДЮСШ-ының, 2016—17 йй. БР-ҙың Белорет р-нындағы спорт мәктәбенең (бөтәһе лә — Белорет) тренер-уҡытыусыһы. Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары Е.А.Константинов, К.В.Максимова, Л.А.Мөхйәнова, А.Г.Скрипкин, К.С. Черепенькин, Г.Р.Шарапова, ш. уҡ 25 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.
Тәрж. М.Н.Моратшина