ЧУХАРЕВ Александр Иванович
ЧУХАРЕВ Александр Иванович [23.12.1915, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Ләмәҙ а. (БР-ҙың Дыуан р-ны) — 2.3.2007, Подольск ҡ.], лётчик, полковник (1961). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. Өсөнсө лётчиктар һәм лётчиктар-күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен (Ырымбур ҡ., 1937), Хәрби-һауа көстәренең Юғары командирҙар составын камиллаштырыу осоу-тактика курстарын (Липецк ҡ., 1952) тамамлаған. 1932 й. алып Магнитогорск металлургия комб-тында эшләй. 1935 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. ғин. алып Көньяҡ- Көнбайыш һәм 3-сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17-се һауа армияһы 306-сы штурмлау авиация див. 995-се штурмлау авиация полкының эскадрилья ком. капитан Ч. 99 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1961) Подольск ҡала советы башҡарма ком-тында эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1956), Александр Невский (1944), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м-н бүләкләнгән. Дыуан р-ны Мәсәғүт а. Ч. һәйкәл ҡуйылған.
Н.И.Черепанова
Тәрж. М.Х.Хужин