Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАЛҠАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 659

ЯҢЫ ҠАЛҠАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡалҡаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 274 кеше; 1920 – 338; 1939 – 282; 1959 – 261; 1989 – 203; 2002 – 228; 2010 – 226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем‑Юрматы улусы Ҡалҡаш/Иҫке Ҡалҡаш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡалҡаш ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 21 йортта 100 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. шөғөлдәр араһында ш. уҡ таш сығарыу теркәлгән. 1920 й. Төхвәтулла а. (старшина Төхвәт Ибраһимов исеме б‑са) булараҡ иҫәпкә алынған. 20‑се йй. аҙ. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Н.М. Ҡарамышева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019