ЮЛДАШЕВ Роберт Нәжип улы
ЮЛДАШЕВ Роберт Нәжип улы (9.7. 1971, Өфө), ҡурайсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2012). Ҡурайсылар союзы ағзаһы(2007). ӨДСИ‑не тамамлаған (2000; педагогы А.М.Ҡобағошов). 1989 й. алып ӨДСИ эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 1991 й. — “Аҡ йондоҙ” төркөмө, 1995—98 йй. һәм 2001—03 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1998 й. (өҙөклөк м‑н) — Башҡорт филармонияһы музыканты, 2009 й. башлап «БР‑ҙың “Ҡурайсы” ижади союзы» ойошмаһы президенты. Ҡурайҙа уйнау алымдарын виртуоз ҡулланған Ю. үҙ ижадында башҡорт халыҡ традицияларын, акад. һәм хәҙ. башҡарыу стилдәрен берләштерә. Репертуарында халыҡ йырҙарының (“Бейеш”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Урал”) инструменталь варианттары, инструменталь көйҙәр (“Аҡ яурын сал бөркөт”, “Сыңрау торна”), А.Р.Аҙнағолов (“Саптар” композицияһы, “Ете ҡыҙ”, “Сыбай ҡашҡа” халыҡ йырҙарының инструменталь эшкәртмәләре), сит ил (И.С.Бах, Э.Морриконе, М.Равель) һәм ватан (Э.Н.Артемьев, А.П. Бородин, Г.В.Свиридов) композиторҙары әҫәрҙәре бар. Донъя джаз классикаһы әҫәрҙәрендә хәҙ. джазстилистикаларын синтезлай (smooth jazz, этно‑джаз). Кремль һарайы (Мәскәү), “Ла Скала” театры (Милан ҡ., Италия), “Урыҫ Йорто” концерт залы (“Русский Дом”; Берлин) сәхнәләрендә һ.б. уйнай. И.Ә.Абдразаҡов, В.Т.Спиваковетәкс. “Мәскәү виртуоздары” (“Виртуозы Москвы”) дәүләт камера оркестры, Н.Носков, Гарик Сукачёв, “Пелагея” этно‑рок төркөмө, Милли симфоник оркестр м‑н сығыш яһай. БР көндәрендә (1997), Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәт фестивалендә (2002; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнашыусы. Рәсәй буйлап һәм донъяның 14 илендә гастролдәрҙә була. Ырымбур өлк., БР‑ҙың Ғафури р‑нында ҡурайсылар ансамблен ойоштороусы. Й.Иҫәнбаев ис. (Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а., 1988; Гран‑при) һәм И. Дилмөхәмәтов ис. (Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., 2003; Гран‑при) приздарға респ. ҡурайсылар конкурсы, Ғ. Сөләймәнов ис. призға проф. ҡурайсылар конкурсы (Өфө, 1997), “Ысыҡкүл” Халыҡ‑ара эстрада һәм фольклор музыкаһы фестивале (Ҡырғыҙстан, 1998), В.В.Андреев ис. Халыҡ‑ара халыҡ музыка ҡоралдарында йәш уйнаусылар конкурсы (Тверь ҡ., 2001), Респ. Ҡурай байрамы (Октябрьский ҡ., 2003; 2007, Гран‑при) лауреаты. Ш.Бабич ис. Дәүләт пр. лауреаты (2003).
Г.Ә.Ишкинина
Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина