ШАНСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл
523
ШАНСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 86 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Шанский й. (Ҡана й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 82 кеше; 1959 — 408; 1989 — 277; 2002 — 272; 2010 — 203 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшеракушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Шанский ағас‑таҡта әҙерләү пунктын (ҡара: Сибай урман сәнәғәте хужалығы) ойоштороуға бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. Үрге һәм Түб. Шанский ҡасабалары булараҡ теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: