Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭШҠЫУАРЛЫҠ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ

Просмотров: 572

ЭШҠЫУАРЛЫҠ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ, э ш ҡ ы у а р л ы ҡ, граждандарҙың һәм уларҙың берләшмәләренең милек яуаплылығы аҫтында алып барылған һәм табыш йәки шәхси килем алыуға йүнәлтелгән инициативалы үҙ аллы иҡт. эшмәкәрлеге. Халыҡтың тауарға һәм хеҙмәтләндереү ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә, яңы эш урындарын булдырыуға, иҡтисадтыңтерр. һәм тармаҡ структураһын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Хужалыҡ эш­мәкәрлегенең закон м‑н тыйылмаған төрҙәрен, ш. иҫ. коммерция аралашсылығын, һатыу‑һатып алыу, консультация биреү һ.б., ш. уҡ ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н операцияларҙы үҙ эсенә ала. Милек формаһына бәйле шәхси һәм коллектив Э.э. айырыла.

Башҡортостанда 18 б. Э.э. башлыса сауҙа итеүҙән торған. Шарап ҡыуыу заводтары үҫешә. Ҡаҙна подряды, откуптар системаһы шарап ҡыуыусы һәм шарап һатыусыларҙың табышы тотороҡло булыуын гарантиялаған, табыш, ҡағиҙә булараҡ, сәнәғәттеңрентабелле тармаҡтарына инвестицияланған. 18 б. уртаһында Сенат айырым шәхестәргә Уралда тау з‑дтары төҙөргә рөхсәт бирә. Мәғдән эҙләүҙә һәм үҙләштереүҙә урындағы мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр ҡатнаша. 1812 й. дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ) һәм сауҙагәрҙәр, 1870 й. алып бөтә ҡатлам кешеләре алтын табыу хоҡуғын ала (ҡара: Алтын табыу сәнәғәте). Бойондороҡһоҙ сауҙагәр‑сәнәғәтселәр ҡаҙна подряды б‑са күмәртәләп аҙыҡ‑түлек, тоҙ һ.б. тауарҙар м‑н тәьмин итә. Крәҫтиән реформаһынан һуң буржуазия һаны хәлле крәҫтиәндәр, ер һатыусы спекулянттар һәм ростовщиктар иҫәбенә арта. Халыҡтың бер өлөшө кәсептәр һәм һөнәрселек м‑н шөғөлләнә. Кирбес заводтары, күн заводтары, тирмәндәр, поташ заводтары, туң май иретеү заводтары, буҫтау фабрикалары һ.б. тө­ҙөлә. Һыра ҡайнатыу сәнәғәте, ликёр‑араҡы сәнәғәте, икмәк һатыу, он тартыу һәм таҡта ярыу производстволары, йылға транспорты үҫешә, шәхси типографиялар, электростанциялар, почта станциялары һ.б. төҙөлә. Коллектив Э.э. акционерҙар йәмғиәте, тулы һәм пай ширҡәттәре инә. Э.э. үҫешенә страховкалау йәмғиәттәре (ҡара: Страховкалау), банкылар, Өфө тауар биржаһы булышлыҡ итә. Революциянан (1917) һуң Э.э. тыйыла (ҡара: Национализациялау). Яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда ялланма хеҙмәтте файҙала­ныу, дәүләт пр‑тиеларын ҡуртымға алыу рөхсәт ителә. 30‑сы йй. башында хосуси предприятиелар ябыла, баҙар иҡтисадына күскәндән һуң яңынан ойошторола башлай.

Башҡортостанда 2015 й. 46,4 мең бәләкәй, 0,5 мең урта пр‑тие, 76,3 мең шәхси эшҡыуар иҫәпләнә; эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 137,0 меңгә яҡын кеше, ш. иҫ. 66,4 мең ялланма эшсе, иҫәпләнә. Респ. бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы эшләй (ҡара: Бәләкәй предприятие). Шулай уҡ ҡара: Крәҫтиән (фермер) хужалығы.

Әҙәб.: Г у д к о в а З.И. Предприниматели Южного Урала. Уфа, 2003; Энциклопедия предпринимательства Башкортостана (история и личности). Кн. 1, Уфа, 2006.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019