ЯХИН Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы
ЯХИН Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы (9.6.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Йөннө а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны Йөннө а., — 25.6.1999, ш. уҡ р‑ндың Иҫәнбай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Белорет металлургия комб‑тының электр м‑н иретеп йәбештереүсеһе. 1941 й. башлап Илеш р‑нында: 1942 й. тиклем Йәркәй МТС‑ының трактор бригадаһында хисапсы, 1948 й. алып ДОСААФ район бүлексәһе (Үрге Йәркәй а.) рәйесе, 1953 й. — КПСС район ком‑ты инструкторы, 1957 й. — Андреевка МТС‑ының партия ойошмаһы секретары, 1958—87 йй. “Октябрь” к‑зы рәйесе. Я. етәкс. к‑з юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: 1965 й. иген культураларының уртаса уңдырышлылығы — 20,1 ц/га (ш. иҫ. бойҙай — 22,3, арыш — 19,5, һоло — 21,2), 1968 й. 32,7 ц/га тәшкил иткән. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. Я. исеме м‑н Иҫәнбай а. урам аталған.
Әҙәб.: П л а т о н о в М. Рост //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. А.Н.Күсеев