Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯБАЛАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 696

ЯБАЛАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Олокүл күле (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 657 кеше; 1920 — 902; 1939 — 728; 1959 — 534; 1989 — 236; 2002 — 254; 2010 — 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, үҙәк район дауаханаһының психиатрия бүлеге, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай­ даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1780 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. Яңы Ябалаҡлы бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Ябалаҡлы булараҡ теркәлгән. 1795 й. 6 йортта 36 кеше йәшәгән, 1865 й. Яңы, Иҫке Ябалаҡлыла 72 йортта — 421 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү, умарт‑ҡ, тун тегеү, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исем) мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. Ауыл эргәһендә Яба­лаҡ­лы­ ҡурғандары урынлашҡан. М.Х. Хис­әтуллина ошо ауылда тыуған.

м­Г.Т.Хөсәйенова,­Р.И.Янғуразов

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019