Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯГОДНЫЙ һырты

Просмотров: 647

ЯГОДНЫЙ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт. БР‑ҙың Учалы р‑ны һәм Силәбе өлк. сиге буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 1205 м (Оло Ягодный тауы). Бейеклеге 932—1205 м булған 3 түбәһе асыҡ күренеп тора. Рельефыуртаса тауҙарҙан ғибәрәт; битләүҙәре текә, түбәләре һөҙәк, курумдар таралған; итәктәре һаҙланған, көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндәге Я. һәм Әүәләк һырттары араһында Төлөк һаҙлығы урынлашҡан. Түбәһе урта рифей ҙыңегәлгә (кварциттар), битләүҙәре — егәҙекомаров­ свиталары (күмерле, хлорит‑кварцлы һәүерташтар) тоҡомдарынан тора. Я. итәктәрендә Йүрүҙән й. басс. йылғалары башлана. Ландшаф­ тарҙың­ бейеклек­ бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы аҡ шыршы һәм шыршы урмандары болон‑тау, көрән урман, тундра тупраҡ тарында­ғы бейек үләнле тау болондары һәм тау тундралары ҡатыш һирәк урмандар м‑н алмашына.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019