ЯКУБСОН Арон Карлович
ЯКУБСОН Арон Карлович (1896, Смоленск ҡ. — 1976, Новосибирск ҡ.), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1939), проф. (1939). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1919) РККА‑ла хәрби табип булып хеҙмәт итә, 1923 й. башлап Смоленск мед. ин‑тының тире һәм венерик ауырыуҙар клиникаһында эшләй. 1931 й. алып Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑ның ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 1935 й. башлап БДМИ‑ла клиника етәксеһе, 1936 й. — тире‑венерология ауырыуҙары каф. мөдире. 1939 й. алып Воронеж (1953 й. тиклем дерматовенерология каф. мөдире) һәм Новосибирск (1955—69 йй. каф. мөдире) мед. ин‑ттарында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге сифилис, туберкулёз, тире ауырыуҙары һ.б. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемаларына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина