ДУДКО Борис Александрович
ДУДКО Борис Александрович (22.2.1989, Бөрө ҡ.), десантсы, гвардия майоры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Ҡазан юғары танк команда училищеһын (2011), РФ Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри академияһын (Мәскәү ҡ., 2024) тамамлаған. 2006 й. алып Рәсәй армияһында. 2011 й. башлап 76‑сы гвардия десант-штурм дивизияһы составында. Герой исеменә 76‑сы гвардия десант-штурм дивизияһы 124‑се айырым танк батальоны командиры урынбаҫары гвардия майоры Д. Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операция барышындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән (2022). Бөрө ҡ. Д. уҡыған урта мәктәп бинаһына иҫтәлекле билдә ҡуйылған. “Армия легендалары” циклының бер тапшырыуы Геройға арналған (2024, “Звезда” телеканалы).
Е.А.Смирнов
Тәрж. Г.У.Кәбирова

