Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОВ Степан Михайлович

Просмотров: 2317

БЕЛОВ Степан Михайлович (14.6.1996, Октябрьский ҡ.), танкист, майор (2025). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Ҡазан юғары танк команда училищеһын (2018), РФ Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри академияһын (Мәскәү, 2024) тамамлаған. 2014 й. алып Рәсәй армияһында. Герой исеменә танк ротаһы командиры өлкән лейтенант Б. Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операция барышындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. Батырлыҡ (2022), генерал Шайморатов (2023) ордендары менән бүләкләнгән. Октябрьский ҡ. ул уҡыған 12‑се урта мәктәптә Геройға парта ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 29.12.2022
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2025
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: