БОЛЬШАКОВ Станислав Владимирович
БОЛЬШАКОВ Станислав Владимирович (29.8.1986, Брежнев ҡ., хәҙер Яр Саллы ҡ., – 19.9.2023, Кохма ҡ. ерләнгән). Гвардия сержанты. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә (2021–22), Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла (2022–23) ҡатнашыусы. 2004 й. алып Рәсәй армияһында. 98‑се гвардия һауа‑десант дивизияһының 217‑се гвардия парашют‑десант полкында взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Герой исеменә гвардия сержанты Б. хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән (2024, үлгәндән һуң). Б. исеме Иваново ҡ. урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа, шулай уҡ Р.Гәрәев исемендәге (Яңауыл ҡ.), 8‑се (Алабуға ҡ.) урта дөйөм белем биреү мәктәптәре бинаһына уға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
Тәрж. Г.У.Кәбирова

