Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЧАРОВ Владислав Алексеевич

Просмотров: 369

БОЧАРОВ Владислав Алексеевич (13.9.1997, Белорет ҡ. – 22.3.2025, Запорожье өлкәһе, тыуған яғында ерләнгән), гвардия капитаны. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2025). Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022–25). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2020). 2015 й. алып Рәсәй армияһында. 2010 й. башлап Балтик флоты (Балтийск ҡ.) диңгеҙ пехотаһының 336-сы айырым гвардия бригадаһы 724-се разведка батальонының взвод командиры, һуңыраҡ разведка ротаһы командиры булып хеҙмәт итә. Герой исеменә гвардия капитаны Б. хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Е.А.Смирнов
Дата публикации: 02.02.2026
Дата последнего обновления публикации: 02.02.2026