Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҘНАБАЕВ Ҡасим Ҡотлобирҙе улы

Просмотров: 1620

АҘНАБАЕВ Ҡасим Ҡотлобирҙе улы [24.10.1905, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Әхмәр а. (Ырымбур өлкәһе Яңы Сергеевка районы) — 21.1.1996, Өфө ҡ.], журналист. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965). Журналистар союзы ағзаһы (1965). Н.К.Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1933). 1921 й. комсомолдың Туҡ‑Соран канткомы секретары, 1925 й. алып комсомолдың Ырымбур губкомында эшләй, 1928—30 йй. “Йәш юҡсыл” (ҡара: Йәшлек) һәм Башҡортостан йәштәре гәзиттәренең мөхәррир урынбаҫары, мәктәптәр директоры, Тамъян‑Ҡатай кантонының пропаганда бүлеге мөдире урынбаҫары; 1933 й. башлап В.И.Ленин, К.Маркс һәм Ф.Энгельс хеҙмәттәрен башҡ. телендә нәшер итеү буйынса Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире, ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты бүлеге мөдире урынбаҫары; 1937 й. алып Башҡортостан гәзитенең яуаплы мөхәррире; 1957—71 йй. Башҡортостан китап нәшриәте редакцияһы мөдире. Репрессиялана, 1938—46 йй. һәм 1949—54 йй. төрмәлә ултыра. 1956 й. аҡлана.

 Әҙәб.: Ш ә р и п о в а З.Я. Мәҙәниәтебеҙ фажиғәләре шаһиты // Әҙәбиәт ғилеме һәм заман. Өфө, 2001.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: