Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы

Просмотров: 1864

АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы (28.12.1925, Ҡазан ҡ. — 17.8.1999, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), философ, социолог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), философия фәндәре докторы (1967), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡазан университетын тамамлаған (1956). 1964 й. алып ӨАИ‑ның фәнни коммунизм кафедраһы мөдире, 1988 й. — Ҡаҙаҡ милли университетының (Алматы ҡ.) философия кафедраһы мөдире. Фәнни хеҙмәттәре төбәктәрҙе планлаштырыуҙы һәм проектлауҙы үҫтереүҙең теоретик проблемаларына, фәнни‑техник прогрестың социаль эҙемтәләрен һәм уларҙы көйләү юлдарын өйрәнеүгә арналған. 60‑сы йй. Өфө ҡ. илдәге иң ҙур социологик лабораторияларҙың береһен ойоштора. Социологияла ғилми йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Уның исемендәге премия булдырылған.

  Х е ҙ м.: Технический прогресс и движение рабочих кадров. М., 1972; НТР и социальное планирование. М., 1978; Социальные проблемы ускорения научно‑технического прогресса в СССР. М., 1987; Социальная структура населения стран СНГ. Уфа, 1995.

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0