Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКСЁНОВ Сергей Геннадьевич

Просмотров: 1638

АКСЁНОВ Сергей Геннадьевич (18.3.1959, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. канд. (1996), иҡт. ф. д‑ры (2008), проф. (2010). СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1991), РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙм‑ре (2009). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (1987), Өфө юғары мәктәбен (1994), Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт‑Петербург Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте ун‑тын (2010) тамамлаған. 1987 й. алып Өфө юридик ин‑тында: 1999—2003 йй. уҡыу‑уҡытыу бүлеге нач. урынбаҫары, 2006 й. — конституцион хоҡуҡ каф. начальнигы. 2008 й. башлап РФ ЭЭМ‑ының Иҡт. хәүефһеҙлек акад. эшләй (Мәскәү): ситтән тороп уҡыу ф‑ты, 2010 й. майынан иҡт. ф‑ты, окт. — ғилми‑пед. кадрҙар әҙерләү ф‑ты начальнигы. 2011 й. башлап ӨДАТУ‑ның ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау ф‑ты деканы, 2015 й. — инженер тәьминәте һәм милек комплексын үҫтереү б‑са проректор, 2017 й. алып янғын хәүефһеҙлеге каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә иҡт.‑хоҡуҡи көйләү проблемаларына арналған. 260‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019
Связанные темы рубрикатора: