Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АЛҒА”, гәзит

Просмотров: 1871

“АЛҒА”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губернаһы РСДРП(б) ҮБК‑ның башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1917 й. авгусынан алып ноябренә тиклем Өфө ҡ. иҫке төрки телендә сыға,Тормош гәзите типографияһында баҫыла. Барлығы 7 һаны донъя күрә (6‑сы һаны 20 ноябрҙә; һуңғы һанының сыҡҡан ваҡыты билдәһеҙ). “А.” башҡ. һәм тат. халыҡтары араһында революцион пропаганда алып бара, большевиктар платформаһын һәм программаһын аңлатыусы мәҡәләләр баҫтыра. Мөхәррире — Б.Й.Нуриманов, Ә.С.Хәбиби.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.04.2023