Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АСКИНСКАЯ НОВЬ”, гәзит

Просмотров: 1824

“АСКИНСКАЯ НОВЬ” (“Асҡын яңылығы”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары –БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Асҡын р‑ны Асҡын а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Ышаныч” –“Ышаныс”) телдәрендә сыға. 1931 й. нояб. алып урыҫ һәм татар телдәрендә “Колхозник” һәм “Колхозчы” (икеһе лә – “Колхозсы”), 1936 й. – “Путь социализма” һәм “Социализм юлы”, 1965 й. – “Путь коммунизма” һәм “Коммунизм юлы”, 1991 й. – “Надежда” һәм “Ышаныч” булараҡ нәшер ителә; 2007 й. башлап хәҙ. исем м-н баҫыла. 1963–64 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019