Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АУЫЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.

Просмотров: 1263

“АУЫЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Һамар губерна башҡарма комитеты эргәһендәге асығыусыларға ярҙам бүлеге һәм башҡ.‑тат. бюроһы, 1923 й. алып РКП(б)‑ның Һамар губерна комитеты эргәһендәге башҡ.‑тат. бюроһы һәм губерна халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1922 й. мартынан башлап 1924 й. июненә тиклем Һамар ҡ. иҫке төрки телендә нәшер ителә. 1922 й. 18 һаны сыға, 1923 й. — 27, 1924 й. — 6. “А.” гәзитендә совет хөкүмәте документтары, ил һәм сит ил яңылыҡтары баҫтырыла, ауыл халҡының тормошон яҡшыртыу мәсьәләләре яҡтыртыла, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр бирелә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.02.2024