Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИН Фәтих Саҙрый улы

Просмотров: 1741

АБДУЛЛИН Фәтих Саҙрый улы (24.8.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҙәш-Бикбирҙе а., хәҙер БР‑ҙың Ейәнсура районы Иҙәш а., — 10.8.2007, БР‑ҙың Шишмә районы Шишмә ҡсб), журналист. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Журналистар союзы ағзаһы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент педагогия институтын тамамлаған (1956). 1947—54 йй. БАССР‑ҙа һәм Үзбәк ССР‑ында комсомол эшендә, 1954 й. алып “Ташкентская правда” (“Ташкент хәҡиҡәте”; Ташкент ҡ.), 1962—94 йй. Башҡортостан гәзите хеҙмәткәре. Республика яҙыусылары, журналистары тураһында мәҡәләләр циклы һәм Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары тураһында очерктар авторы. Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1994). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1980).

А.Й.Зарипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: