Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИНДИЧЕНКО Евгений Васильевич

Просмотров: 1219

БИНДИЧЕНКО Евгений Васильевич (16.6.1944, Өфө), социолог, философ. Филос. ф. канд. (1983), социол. ф. д‑ры (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003). Велоспорт б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын (1973), ӨАИ‑ны (1992) тамамлаған. 1968 й. алып Өфөнөң сәнәғәт пр‑тиеларында, 1976 й. — ӨДАТУ-ла (1980— 83 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. 1994 й. башлап ӨДИСА‑ла уҡыта (2002—08 йй. политология һәм хоҡуҡ каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре соц. технологияларға, сервис өлкәһенең институциональ һәм соц.‑иҡт. проблемаларына, кеше ихтыяжы һәм рухи йүнәлеше нигеҙе проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Автоспорт б‑са РСФСР (1984), вело‑ (1961—70) һәм автоспорт (1978— 86) б‑са БАССР чемпионы.

Хеҙм.: Сфера услуг: теория и практика. Уфа, 2000; Малое предпринимательство в экономике региона. Уфа, 2006

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: