ФИН‑УҒЫР ТЕЛДӘРЕ
ФИН‑УҒЫР ТЕЛДӘРЕ, у ғ ы р - ф и н т е л д ә р е, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. Скандинавия ярымутрауынан алып Уралға тиклем, Волга һәм Кама йылғалары араһында, Обь й. урта һәм түбәнге ағымы басс. терр‑яларында, Дунай й. басс. бер өлөшөндә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 24 млн яҡын кеше (1970). Грамматик төҙөлөшө б‑са самодий телдәренә яҡын, улар м‑н гипотеза б‑са урал телдәре ғаиләһенә (ҡара: Урал‑Алтай телдәре) берләшкән. Ф.‑у.т. генеалогик яҡтан 5 тармаҡҡа бүленә: балтик буйы-фин (фин, ижор, карел, вепс, вод, эстон, лив телдәре), волга (мордва телдәре — эрзя, муҡшы теле; мари теле), пермь (коми‑зырян, коми-пермяк, удмурт теле), уғыр (ханты, манси һәм венгр теле), саам телдәре. Башҡа классификациялары бар.
Хәҙ. Ф.‑у.т. даими тел‑ара фонетик тап килеүҙәр, байтаҡ һүҙ үҙгәртеүсе һәм һүҙ яһаусы аффикстарҙың, бөтөн аффикстар системаларының килеп сығышы уртаҡлығы, лексиканың уртаҡ ҡатламы берләштерә. Фонетикаһында, волга һәм пермь телдәренән тыш, оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡылар (эстон телендә оҙонлоҡтоң өс баҫҡысы икенсегә формалаша) айырыла. Ф.‑у.т. күпселегенә һуҙынҡыларҙың палаталь гармонияһы, һаңғырау һәм тәү сиратта интервокаль позицияла, ш. уҡ һүҙ башында һ.б. (пермь телдәрендә, венгр телендә) ышҡыулы, аффрикат, сибилянт тартынҡыларҙың фонологик ҡаршы ҡуйылыуы хас. Төрлө урындағы һәм фиксацияланған баҫым осрай. Ф.‑у.т. флективлыҡтың байтаҡ һыҙаттары булған агглютинатив морфологик тип (ҡара: Агглютинация), грамматик енес категорияһының булмауы, ҡылым төрҙәре яһалышының үҫешкән системаһы һ.б. хас. Ф.‑у.т. ҡайһы берҙәрендә ҡылым эргәһендә инҡар итеү махсус инҡар итеү ҡылымы формалары, уғыр һәм эстон телдәрендә — юҡлыҡ киҫәксәләре м‑н бирелә. Синтаксисында бәйләүесле конструкциялар киң ҡулланыла, эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәрҙә аныҡлаусы һәр ваҡыт препозицияла килә һ.б.
Әҙәб.: Основы финно-угорского языкознания. Марийский, пермские и угорские языки. М., 1976; Хайду П. Уральские языки и народы. М., 1985.
Л.В.Власова
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов